Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2024, 10:27

Гөлйыһан инәй яугирҙәргә миндек бәйләй

Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфияновтың телеграм-каналы
Фото: Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфияновтың телеграм-каналы

Башҡортостандың Нөркәй ауылында йәшәгән 71 йәшлек Гөлйыһан Исламова махсус хәрби операция яугирҙәренә ҡайын миндектәре бәйләп тапшырған. Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов үҙенең телеграм-каналында ошо хаҡта яҙа.

Хуш еҫле миндектәр — күсмә мунсалар өсөн иң кәрәкле әйбер, тип иҫәпләй инәй.

«Ошо миндектәр егеттәребеҙҙе йылытһын, беҙҙең күңел йылыһын тойһон, беҙ улар өсөн доға ҡылып ҡына торабыҙ», — ти Гөлйыһан Миназетдин ҡыҙы.

Гөлйыһан Исламова — «Маскита» ирекмәндәр клубының иң әүҙем ағазаларының береһе, ул маскировка селтәрҙәре һәм костюмдар үреүҙә ярҙам күрһәтә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-07-17/v-bashkirii-pozhilaya-zhenschina-peredala-voinam-svo-bannye-veniki-3852474

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас