Өфөнөң 450 йыллығына арналған байрам сараларында ҡала властары илебеҙ эстрадаһы суперйондоҙҙары Юрий Антонов, Олег Газманов һәм Гарик Сукачевтың сығыштары өсөн 37,8 миллион һумдан ашыу түләргә йыйына.
Конкурс документтарынан күренеүенсә, Олег Газмановтың концерты — 8,6 миллион һумға, артистың һәм коллективтың трансферы (осоу, ташыу), йәшәүе 1,5 миллион һумға төшә. Ҡунаҡ райдеры 610 меңгә баһаланған, бөтәһе — 10,71 миллион һум.
Сукачевтың һәм уның командаһының концерт программаһы 7,7 миллион һум тора. Ташыу — 1,135 миллион һум, туҡланыу — 662 мең, йәшәү — 716,8 мең. Дөйөм алғанда, 10,87 миллион һум.
Иң ҡиммәте — Юрий Антоновтың сығышы. Концерт — 11,5 миллион һум, трансфер һәм йәшәү — 2,5 миллион һум, туҡланыу — 795 мең, плюс райдерҙар, йәмғеһе 16,25 миллион һум тиерлек.
Юбилей тантаналарына ниндәй саралар планлаштырыуҙары хаҡында бында уҡығыҙ.