

Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә махсус хәрби операция ветераны Вадим Имаметдинов тураһында яҙған. Яҡташыбыҙ фронтта ҡаты яраланған, хәҙер ул өйөндә, әммә күңелендә һис ҡасан да бирешмәгән яугир булып ҡала.
Вадим Имаметдинов махсус хәрби операцияға тиклем Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында ҡотҡарыусы булып эшләй. Риф Йосопов һүҙҙәренсә, 2022 йылда өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, Вадим икеләнеп тормайынса Ватан һағына баҫа.
Ошо көндәрҙә Салауат районында инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса XI «Туриада — Йүрүҙән 2024» Бөтә Рәсәй фестивале тамамланды. Быйыл Туриадала махсус хәрби операция ветерандары командаһы ҡатнашты. Команда составында Вадим Имаметдинов та сығыш яһаны. Йәйәүлеләр дистанцияһында шәхси зачетта ул икенсе урынды алды.
«Фестивалгә ул улы менән бергә барҙы. Улы спорт менән әүҙем шөғөлләнә, атаһынан өлгө ала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусыһы — махсус хәрби операция ветераны ғаиләһендә лайыҡлы алмаш үҫеүен күреү бик ҡыуаныслы. Был иһә геройыбыҙҙың ҙур ҡаҙанышы. Көслө рухлы һәм төрлө хәлдәрҙә лә ысын ир-егет булып ҡалған кешеләр менән һоҡланам», — тип яҙа Риф Йосопов.
Риф Йосопов Вадим Имаметдинов менән осрашып, киләсәккә уй-пландар ҡорҙо. Әле ветеранға протез ҡуйыу талап ителә.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.