

Юл хеҙмәттәре Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса башланған емерек юлдарҙы ремонтлау программаһы сиктәрендә тағы бер объектты төҙөкләндерә. Был иһә Яңауыл — Иҫке Күрҙем муниципаль-ара юлы (Тәтешле районындағы ауыл).
Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, әле Яңауыл районында 1,7 саҡрым оҙонлоҡтағы участкала эштәр алып барыла.
Яңауыл районындағы тағы ла 3 саҡрымлыҡ участкала әҙерлек эштәре бара. Эштәрҙе 2024 йылда тамамлау планлаштырыла.
Ошо юлдың яҡынса 10 саҡрымында япманы яңыртыу күҙаллана.
Әлеге трассанан тыш, быйыл Яңауыл районында Нефтекама — Яңауыл, Яңғыҙнарат — Зайцев, Сытырман — Иҫке Вәрәш юлдарын ремонтлау күҙаллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығынан.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.