07:31 (UTC+5), 16 Июля 2024

Өфөнөң 450 йыллығына бағышланған флаг — Төньяҡ ҡотопта

Фото: Өфө ҡалаһы, телеграм
Ксения Калинина

Төньяҡ ҡотопта Өфөнөң 450 йыллығына арналған флаг елберләй, тип хәбәр итте «Еңеүгә 50 йыл» атом боҙватҡысындағы экспедиция составына ингән баш ҡалабыҙҙың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Одинокова. Билдәле сәйәхәтсе Федор Конюхов, шулай уҡ «Еңеүгә 50 йыл» атом боҙватҡысы командиры Руслан Сасов флагҡа өфөләргә теләктәр яҙып, ҡултамғаларын ҡуйған.

«Мэр беҙгә әһәмиәтле дата — Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнгән флагты Төньяҡ ҡотопҡа алып барыу мөмкинлеге бирҙе, — тине Ольга Одинокова. — Беҙ Федор Филиппович менән аралаштыҡ. Ул Өфөнө юбилейы менән ҡотланы һәм ҡала халҡына иң изге теләктәрен еткерҙе».

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, экспедицияның төп маҡсаттарының береһе — донъя рекордтары ҡуйыу. Мәҫәлән, Федор Конюхов пилот Игорь Потапкин менән боҙҙан паралетта осоп китеп, ҡатмарлы һауа шарттарында 440 километр ара үтеп, туп-тура Төньяҡ ҡотопҡа төштө. Бер кемдең һис ҡасан ошондай киңлектәрҙә һәм алыҫлыҡҡа паралетта осҡаны юҡ ине. Тағы бер рекорд — Төньяҡ полюста боҙ ватҡыс палубаһы буйлап 50 километрға йүгереү. Владимир Волошин дистанцияны 5 сәғәт 26 минут эсендә үтте. Тағы ла дүрт кеше боҙватҡыс буйлап 21 саҡрымға ярыммарафон йүгерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-16/na-severnyy-polyus-dostavili-flag-posvyaschennyy-450-letiyu-ufy-3850013

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика