10:04 (UTC+5), 16 Июля 2024

Өфө хакимиәтендә — кадрҙар үҙгәреше

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Галина Бахшиева

Бөгөн оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ике муниципаль учреждениеның яңы етәкселәре менән таныштырҙы. Федоровка районында тыуып үҫкән 59 йәшлек Ринат Ниғмәтуллин «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» директоры итеп тәғәйенләнде.

Ринат Ниғмәтуллин Башҡортостан ауыл хужалығы институтын («Урман хужалығы» һөнәре), шулай уҡ Урал дәүләт техник университетын («Финанс һәм кредит») тамамлаған. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһының Милли банкында эшләй. Һуңғы ярты йылда «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» директорының финанс-иҡтисади эше буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй.

Өфөнөң «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсуслашҡан автомобиль хужалығы» етәксеһе итеп Рәмис Зиакаев тәғәйенләнде, тип белдерҙеләр мэрияла.

Ул 1981 йылда Иркутск өлкәһенең Ангарск ҡалаһында тыуған. Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университетын тамамлаған.

Рәмис Зиакаевтың хеҙмәт эшмәкәрлеге ресурстар менән тәьмин итеүсе предприятиелар менән бәйле: «Өфө инженер селтәрҙәре», «Республика коммуналь компанияһы», «Өфө һыу каналы». Һуңғы ярты йылда «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсуслашҡан автомобиль хужалығы» директоры урынбаҫары булып эшләй.

Башинформ хәбәр иткәнсә, быйыл майҙа Илдар Сәлихов Өфө хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде. Өфө хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе вазифаһы иһә Арсен Латиповҡа йөкмәтелде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-16/v-merii-ufy-proizoshli-kadrovye-izmeneniya-3850557

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика