12:21 (UTC+5), 15 Июля 2024

Салауат Юлаев исемендәге батальон офицеры Суворов миҙалы менән бүләкләнде

Фото: майор «Симба»ның шәхси архивынан
Эдуард Ҡусҡарбәков

Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон командиры урынбаҫары, «Симба» позывнойлы майор Суворов миҙалы менән бүләкләнде. Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендә хоҡуҡ тәртибен нығытҡан, дәүләт именлеген тәьмин иткән һәм хәрби бурыстарҙы үтәгәндә башҡа хеҙмәттәре өсөн дәүләт наградаһы менән билдәләнде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре диверсия-разведка төркөмдәрен эҙләү һәм зарарһыҙландырыу менән шөғөлләнә, улар ҡорал һаҡлағыстарҙы, йәшерен урындарҙы таба.

«Симба» 18 махсус операцияға етәкселек иткән һәм үҙе лә ҡатнашҡан, улар барышында енәйәт ҡылыуҙа шик тыуҙырған 17 граждан ҡулға алынған, 12 йәшерен урын табылған, төрлө системалы һәм калибрлы һигеҙ берәмек атыу ҡоралы, 2 меңдән ашыу боеприпас, 40 ҡулдан эшләнгән граната, өс килограмдан ашыу шартлатҡыс матдә тартып алынған. Шул уҡ ваҡытта майор хәрби юғалтыуҙарға юл ҡуймаған, бөтә бурыстар ҙа аныҡ һәм теүәл үтәлгән.

«Бер командала эшләйбеҙ. Был беҙҙең эштә бик мөһим. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә хәрби полиция, комендатура, ФСБ, оборона министрлығы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бынан тыш, тыуған яҡтың ярҙамын тоябыҙ, шуның өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа һәм ҡояшлы республикабыҙ халҡына рәхмәт», — тине «Симба» «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-07-15/ofitser-batalona-imeni-salavata-yulaeva-nagrazhdyon-medalyu-suvorova-3849432

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика