Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан сараларҙа 10 меңдән ашыу ғаиләнең ҡатнашыуы тураһында һөйләне.
Иванова һүҙҙәренсә, ошо байрам алдынан Рәсәй президенты Владимир Путин «Был беҙҙең ғаиләнеке» конкурсы еңеүселәре,Фәтҡуллиндар-Ғәйнетдиновтар ғаиләһе менән осрашты. Башҡортостан вәкилдәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 5 миллион һум отоуы билдәле.
Бөрөлә Петр менән Февронияға һәйкәл асыуға бағышланған тантаналы саралар айырым билдәләнде.
«Бик күп кеше ҡатнашты, сағыу, матур байрам булды. Ул хәҙер Бөрөнөкө генә түгел, республика кимәленә сыҡты. Бөрө туристар өсөн ҡыҙыҡлы ҡалаға әүерелә бара», — тине Радий Хәбиров.
Бынан алдараҡ Башҡортостанда ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарға наградалар тапшырылды.