
«Өфөгә дан йырлап» конкурсы жюрийы 60-тан ашыу конкурс эше араһынан иң яҡшы йырҙы билдәләне. Ул 31 августа Ленин исемендәге майҙанда баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына бағышланған концертта яңғырай. Гимндың авторы ла шул көндө билдәле була.
Конкурс яҙ көнө иғлан ителде, бүләк — 100 мең һум. Уның шарттарына ярашлы, гимн үҙенсәлекле милли колоритҡа эйә булырға, Өфө тураһында күңелгә үтеп инерлек һүҙҙәрҙән торорға тейеш.
Конкурста профессиональ һәм үҙешмәкәр авторҙар, ижади берекмәләр ҡатнашты. Жюри йырҙарҙы музыкаль әҫәрҙең үҙенсәлеклелеге, башҡарыу сифаты һәм текстың художество ҡиммәте кеүек критерийҙар буйынса баһаланы.
«Был конкурс ярыш ҡына түгел, ә Өфө халҡын һәм республикабыҙҙың музыка һөйөүселәрен берләштергән ижад байрамына әүерелде. Конкурсанттар ҡаланың тарихы һәм матурлығы менән илһамланып, тыуған төйәгебеҙгә ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ хистәре менән һуғарылған әҫәрҙәр ижад итте», — тип билдәләнеләр ойоштороу комитетында.
Ойоштороусылар — Өфө хакимиәте, Башҡортостандың Композиторҙар союзы һәм Яҙыусылар союзы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.