16:56 (UTC+5), 12 Июля 2024

Өфөлә махсус хәрби операция контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләү 300 мең һумғаса артты

Иван Вавилов

Контракт буйынса махсус операция биләмәһендә хеҙмәт итергә теләгән өфөләргә 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Тейешле ҡарарға баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған.

Һүҙ 2024 йылдың 10 июленән Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөгән граждандар хаҡында бара. Аҡса алыу өсөн ғаризаны йәшәгән урын буйынса район хакимиәтенә тапшырырға кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бығаса Өфөлә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме 200 мең һум ине.

Бынан тыш, 2024 йылдың 10 июленән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикала контракт төҙөгән өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү 505 мең һумға тиклем арттырылды. Рәсәйҙең Оборона министрлығы һәм муниципалитеттарҙың түләүҙәре менән бергә ул 1 миллион һум була.

Илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөү өсөн ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номеры буйынса шылтыратып, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарында бирергә мөмкин. Һайлап алыу пунктының номеры — (347) 248-29-31.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-07-12/v-ufe-edinovremennuyu-vyplatu-kontraktnikam-svo-uvelichili-do-300-tysyach-rubley-3846636

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика