
Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙайлығы 73 йәштән уҙҙы. Был иһә республика тарихында рекордлы күрһәткес. Әммә республикабыҙҙа төп бурыс уртаса ғүмер оҙайлығын арттырыу ғына түгел, уның сифатын да күтәреү. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин шулай тип иҫәпләй.
Бөгөн Максим Забелин Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитетының республика Дәүләт Йыйылышында уҙған күсмә ултырышы эшендә ҡатнашты. Унда «Өлкән быуын» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында һүҙ барҙы.
«Һис шикһеҙ, бында тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау өлкәһен нығытыуға көс һалына. Башҡортостанда был мәсьәләгә республика етәксеһе Радий Хәбиров яғынан етди иғтибар бүленә. Бер нисә һан килтерәм. 2019 йылдан башлап төбәктә 14 заманса поликлиника һәм дауахана, 350-нән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Былтыр ғына 4 поликлиника һәм бер ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы сафҡа индерелгән, 4230 берәмек ҡорамал һәм 185 берәмек медицина автотранспорты һатып алынған. Был эш әле лә дауам ителә.
Йәшәү сифатына башҡа факторҙар ҙа йоғонто яһай. Социаль йүнәлеш, ололар өсөн тейешле инфраструктураның булыуы, уңайлы шарттар булдырыу. Белеүегеҙсә, беҙҙең ҡыҙыҡлы һәм күптәр яратып өлгөргән «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекты бар. Ошо йылдар дауамында уға 690 меңдән ашыу кеше йәлеп ителде. Бынан тыш, ололарға республика буйлап экскурсияларға сертификаттар бирелә һәм илдәге, шулай уҡ Белоруссияға туристик сәфәрҙәр субсидиялана. Быйыл көҙҙән башлап Үзбәкстан йүнәлешендә әүҙем эшләргә уйлайбыҙ.
Республикала ГТО нормативтарын үтәгән 60 йәштән өлкәнерәк граждандарға спорт ойошмаларында бушлай шөғөлләнеү өсөн 10 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла. Быйыл 2 250 кешегә бирелә. Был проект илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.
Иң мөһиме — тормошҡа ҡыҙыҡһыныуҙы юғалтмау. Ә беҙ был йәһәттән ярҙам итергә әҙер», — тип билдәләне Максим Забелин.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-12/v-bashkirii-srednyaya-prodolzhitelnost-zhizni-prevysila-73-goda-3846630
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.