

Башҡортостанда йәй миҙгеле башланғандан алып һыуҙа 50 кешенең, шул иҫәптән 6 баланың ғүмере өҙөлгән. Батҡан балаларҙың барыһы ла өлкәндәрһеҙ һыу ингән. Башҡортостанда 170 пляж асылыуға ҡарамаҫтан, фажиғәләрҙең төп сәбәбе — рөхсәт ителмәгән урындарҙа, шулай уҡ эскән килеш һыуға төшөү. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов рәйеслегендәге ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның сираттан тыш ултырышында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Серов ошо турала һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса «ҡырағай» пляждарҙа хәүефһеҙлек өсөн күсмә ҡотҡарыу постары дежурлығын ойоштороу йәһәтенән пилот проекты ғәмәлгә ашырыла.
Ултырышта муниципалитет башлыҡтарына һыуҙа һәләк булыуға юл ҡуймау өсөн «Ата-әсәләр патруле»н һәм республика Атайҙар советын йәлеп итергә тигән тәҡдим яңғыраны. Шулай уҡ 15 июлдән 15 авгусҡа тиклем һыу объекттарында хәүефһеҙлек айлығын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Бынан алда «Башинформ» Учалы районында ирҙең батып үлгән ҡатынын һыуҙан сығарыуы тураһында яҙғайны.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.