Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йәшенле ямғыр, урыны менән боҙ-борсаҡ фаразлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн көндөҙ йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +23, +28 градус.
12 июлдә Башҡортостанда йәнә ямғыр, урыны менән күк күкрәп ҡойма ямғыр, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, көндөҙ +18, +23 градус.
Башинформ хәбәр иткәнсә, республиканың күпселек райондарында 12 июлдән 13-нә тиклем Башҡортостандың күпселек оҙайлы, көньяҡта һәм көнсығышта иһә көслө ямғыр яуыуы көтөлә.