12:04 (UTC+5), 10 Июль 2024

Йыл башынан республикала ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында 50 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Фото: «БашПрирода» телеграм-каналы
Галина Бахшиева

Йыл башынан Башҡортостанда ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында 50 юл фажиғәһе теркәлгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Экология министрлығында.

Йышыраҡ ҡоралайҙар һәм мышылар, һирәгерәк ҡабандар тәгәрмәс аҫтында ҡала, тип белдерҙеләр министрлыҡта һәм водителдәргә юлда, айырыуса эңер ваҡытында һәм төндә иғтибарлыраҡ булырға кәңәш бирҙеләр.

Хайуандарҙың үҙҙәрен нисек тоторон белеп булмай. Шуға күрә водителдәргә тиҙлекте кәметеү һәм ваҡытында туҡтап өлгөрөү өсөн хәүефһеҙ тиҙлек режимын теүәл үтәргә кәрәк. «Ҡырағай йәнлектәр» тигән юл билдәләре ҡуйылған урындарҙа айырыуса иғтибарлыраҡ булыу талап ителә.

Башинформ хәбәр иткәнсә, ҡырағай хайуандар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһын Башҡортостандың ЮХХДИ һәм Экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре теркәргә тейеш. ОСАГО страховка полисы бар икән, килтерелгән зыянды ҡаплауҙан ҡотолорға мөмкин. Был осраҡта страховка компанияһы түләй. Юл-транспорт ваҡиғаһына тарыһағыҙ, бәрҙерелгән йәнлек янына яҡын барырға, шулай уҡ юл фажиғәһе урынын ташлап китергә ярамай. Бының өсөн водителде 1,5 йылға тиклем автомобиль менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәре йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙары ихтимал.

Ҡыр йәнлектәре менән юл фажиғәһенә осраһағыҙ, 112 йәки 8 (347) 218-04-30 телефондарына шылтыратығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-10/s-nachala-goda-v-bashkirii-zaregistrirovano-50-dtp-s-uchastiem-dikih-zhivotnyh-3842021

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика