10 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө фән һәм технологиялар университетының Евразия һанлы технологиялар үҙәгендә булды. Ул юғары уҡыу йортоноң төп корпусы ҡаршыһындағы элекке ашханала урынлашҡан. Яңы учреждениеның маҡсаты IT-продукттар әҙерләү, һынап ҡарау һәм таратыу, шулай уҡ ошо өлкәлә эшләгән белгестәр уҡытыуға ҡайтып ҡала.
Республика етәксеһе үҙәктең мөмкинлектәре менән танышты һәм юғары технологиялы лабораторияларҙың коллективы менән аралашты.
– Беҙ IT-технология, анимация, 3D-уйын өлкәләрен яҡшы белгән йәштәрҙе тупланыҡ. Бында улар өсөн дөрөҫ мөхит формалаша. Ҡаршыла – Вуз-ара студенттар кампусы, унда тотош бер ҡат мәғлүмәт технологиялары өсөн тәғәйенләнгән. Шуға күрә бында һәләтлеләр квалификацияһын күтәрер, ошо индустрияла эшләр тип уйлайым, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Киләсәктә Евразия һанлы технологиялар үҙәге виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡ индустрияһы, компьютер уйындары һәм проекттар үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш. Шулай уҡ үҙәк эшенең төп йүнәлештәренең береһе – гуманитар һәм техник йүнәлештәге белгестәр әҙерләү, уларҙы эшкә урынлаштырыу.
Йәш белгестәр һәм студенттарҙан тыш, Евразия һанлы технологиялар үҙәгендә Өфө фән һәм технологиялар университетының алдынғы ғалимдары һәм ижади индустрия өлкәһе («Муха» анимация студияһы, «АйВиСистемз», «Зорге Лаб» компаниялары) вәкилдәре эшләй.
«Муха» студияһы директоры Артур Абдрахманов үҙәк белгестәре ярҙамында тормошҡа ашырырға йыйынған ҡайһы бер проекттары хаҡында һөйләне. Һүҙ бында виртуаль ысынбарлыҡ технологиялары өлкәһендәге эшкәртмәләр хаҡында бара.
Быйыл йәй аҙағына Өфөнөң Евразия һанлы технологиялар үҙәгендә 40-тан ашыу эш урыны булдырыла. Хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше 35-тән артмай. Евразия һанлы технологиялар үҙәге Башҡортостанда юғары кимәлдәге IT-белгестәр әҙерләргә һәм уларҙы ситкә ебәрмәҫкә һәләтле экосистема булмаҡсы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.