12:20 (UTC+5), 09 Июля 2024

Республикала контракт төҙөгән өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме — 1 миллион һум

Эдуард Ҡусҡарбәков

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндә бер тапҡыр тапҡыр түләнә торған 505 мең һум аҡса алырға мөмкин. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин белдерҙе. Норма быйыл 10 июлдән ғәмәлгә индерелә.

«Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 10 июлдән хәрби хеҙмәт үтеү өсөн контракт төҙөгән граждандарға түләү суммаһы арта. Бығаса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең суммаһы 205 мең һум тәшкил итһә, хәҙер ул республика бюджеты иҫәбенә 505 мең һумға тиклем арттырыла.

Контракт төҙөгәндә Рәсәйҙең Оборона министрлығы һәм беҙҙең муниципалитеттар түләгән аҡса менән бергә бөтәһе 1 миллион һум була. Был Радий Фәрит улының барлыҡ хәрби хеҙмәткәрҙәргә: контракт төҙөгән, саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алынған, шул иҫәптән мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға ҙур иғтибар бүлеүенә бәйле. Был түләүҙәр контракт буйынса хәрби хеҙмәттең абруйын күтәрергә мөмкинлек бирергә тейеш», — тине Максим Забелин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция контрактсыларына бер тапҡыр  205 мең һум түләү тураһында указға ҡул ҡуйғайны.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-07-09/v-bashkirii-razmer-edinovremennoy-vyplaty-kontraktnikam-vyros-do-1-mln-rubley-3839563

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика