09:48 (UTC+5), 09 Июля 2024

Башҡортостан ғаиләһе «Был беҙҙең ғаиләнеке» конкурсында еңгән өсөн 5 миллион һум аҡса менән бүләкләнә

Фото: Ленара Иванованың социаль селтәрҙәре
Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостандан Ғәйнетдиновтар-Фәйзуллиндар ғаиләһенә «Был беҙҙең ғаиләнеке!» конкурсында еңгән өсөн 5 миллион һум аҡса тапшырыла. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

«Беҙҙең Ғәйнетдиновтар-Фәйзуллиндар ғаиләһе Рәсәй кимәлендә үткәрелгән «Был беҙҙең ғаиләнеке» конкурсында еңеү яуланы. Улар барлыҡ һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 5 миллион һум аҡсалата бүләкле булды! Афарин! Ҡотлайбыҙ! Ғорурланабыҙ!», — тип яҙа министр социаль селтәрҙә.

Ғәйнетдиновтар-Фәйзуллиндарҙың ғаилә командаһы конкурста Өфө исеменән сығыш яһаны. Улар музыка ярата, төрлө ижади сараларҙа һәм музыкаль конкурстарҙа ҡатнаша.

«Ҡыҙыбыҙ беҙ еңгәнбеҙ икән тип төш күргән, шулай килеп сыҡты ла! Бик мауыҡтырғыс булды! «Рәсәй  — мөмкинлектәр иле» платформаһына тормошҡа ашҡан хыялдар өсөн рәхмәт!» — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ғаилә финалға сыҡҡас.

«Рәсәй — мөмкинлектәр иле» президент платформаһының халыҡ проектында Рәсәйҙең 89 төбәгенән 102 735 ғаилә командаһынан 587 250 кеше һәм уларҙың 81 илдә йәшәгән туғандары ҡатнашты.

«Был беҙҙең ғаиләнеке» конкурсын ойоштороусы — «Рәсәй — мөмкинлектәр иле» ойошмаһы.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостандан ете ғаилә «Был беҙҙең ғаиләнеке» конкурсының финалына сыҡты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-09/semya-iz-bashkirii-poluchit-5-mln-rub-za-pobedu-v-konkurse-eto-u-nas-semeynoe-3840417

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика