Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.71
+0.21
90.75
-0.19
77.25
+0.8
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2024, 15:35

Республика етәксеһе социаль учреждениеларға газ үткәреү эшен әүҙемләштерергә ҡушты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикала социаль учреждениеларҙы газ менән йылытыуға күсереү эшен әүҙемләштерергә, шулай уҡ ошо маҡсатҡа финанслауҙы күҙ уңында тоторға ҡушты.

Был эш «Газпром» менән берлектә алып барыла, газ үтмәгән объекттар күп түгел, уларҙың күбеһе мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары ҡарамағында, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Белоретта йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәрҙәрен яңыртыу пландары хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-08/glava-bashkirii-poruchil-aktivizirovat-gazifikatsiyu-sotsialnyh-uchrezhdeniy-3839123

Автор:Кира Миронова
Читайте нас: