
Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә Шаҡша күперендә ремонт эштәре бара. Тиҙҙән бында йәнә автотранспорт өсөн сикләү индерелә. 9 июлдә төнгө сәғәт 12-нән 24 июль төнгө 11-гә тиклем (15 көнгә) хәрәкәт тулыһынса ябыла. Ашығыс хеҙмәттәр өсөн Кенәз ауылындағы паром кисеүе эшләй. Автомобилселәргә иһә Көнсығыш сығыу юлы аша урарға кәрәк. Шулай уҡ электричка менән йөрөргә мөмкин, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 8 июлдә оператив кәңәшмәлә халыҡты күрелгән саралар тураһында иҫкәртергә кәрәклеген белдерҙе.
«Ул тиклем ҙур бәлә юҡ. Ябып торорбоҙ, уның ҡарауы, һәйбәт итеп эшләрбеҙ. Ләкин халыҡты иҫкәртергә кәрәк. Белгесте ебәрегеҙ, ул туҡталыштар буйлап йөрөп, бөтә нәмә эшләйме, юҡмы икәнен тыңлаһын», — тине Башҡортостан Башлығы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.