Өфөнөң Совет районы судында тәфтишсенең Башҡортостандың элекке транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебановҡа хөкөм сараһын оҙайтыу тураһында үтенесен ҡаранылар. Экс-чиновник 7 авгусҡа тиклем һаҡ аҫтында тотола, тип хәбәр иттеләр республика судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, алдан тикшереү барышында Александр Клебановтың транспорт һәм юл хужалығы министры, шулай уҡ «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ағзаһы булараҡ «Киви» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселегенән 5 миллион һум күләмендә ришүәт алыуы асыҡланды. Радий Хәбиров министрҙы ҡулға алынғас та эшенән бушатты.