

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә балаларын республика колледждарында һәм техникумдарында уҡытыу хаҡының яртыһы компенсациялана. Компенсация күләме йылына 30 мең һумдан ашмай. Аҡса уҡыу йылы тамамланғандан һуң түләнә, тип хәбәр итә Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
️Был льготаға барлыҡ ишле ғаиләләрҙең дә хоҡуғы бар. Компенсация алыу өсөн түбәндәге шарттарҙы үтәргә кәрәк:
- ғариза биреүсе һәм күп балалы ғаилә ағзалары – Рәсәй граждандары һәм Башҡортостанда йәшәйҙәр;
- 23 йәшкәсә студенттар;
- студент беренсе тапҡыр урта һөнәри белем ала.
Шул уҡ ваҡытта өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаилә генә түгел, ә мәктәптә, колледжда һәм юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә уҡыған балалары булған ғаилә лә ишле тип иҫәпләнә.
Компенсация алыу өсөн ғаризаны күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә йәки Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында бирергә мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.