«Башинформ»да һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән көслө рухлы яҡташтарыбыҙ тураһында мәҡәләләр баҫыла башлай. Мәғлүмәт агентлығының «Бәхет ул — бергә» тигән үҙенсәлекле медиапроекты тап шундай әүҙемдәр тураһында. Кемдәр ошо проекттың геройы булырға мөмкин? Бөгөн уҙған матбуғат конференцияһында әлеге һорауға яуап бирҙеләр.
«Проектта көндәлек тормошобоҙҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына артыҡ иғтибар биреп еткермәгән кешеләр тураһында һөйләмәксебеҙ. Беҙҙең проект өсөн махсус рәүештә нимәлер эшләргә әҙер булғандар хаҡында яҙмайбыҙ. Мәғлүмәт агентлығы уҡыусыларын оҙаҡ йылдар изге ғәмәлдәр ҡылған яҡташтарыбыҙ менән таныштырабыҙ», - тине «Башинформ»дың баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов.
«Башинформ» агентлығы эҙләгән герой ниндәй ул? Ул изге эштәре һәм күркәм ҡылыҡтары менән айырылып тора, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнһә лә, ысын күңелдән тыуған төйәге өсөн матур ғәмәлдәр башҡара. Мәҫәлән, мәҡәләләрҙең береһе – инвалид ҡыҙ тураһында. Ул ирекмәндәр төркөмөн ойошторған, улар буш ваҡыттарында махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн шәмдәр яһай.
«Бәхет ул — бергә» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Матбуғат конференцияһында Башҡортостан Башлығы гранттары фондының бүлек етәксеһе урынбаҫары Юлия Косарева әйтеүенсә, был республикала ғына түгел, ә ил тарихында беренсе медиагранттар конкурсы булды. Республиканың 18 редакцияһы үҙ идеяларын бойомға ашырыу өсөн ярҙам алды. Спикер фекеренсә, еңеүселәр араһында «Башинформ» проекты лайыҡлы урынды биләй, сөнки мөһим социаль әһәмиәткә эйә.
«Минеңсә, «Бәхет ул – бергә» проекты – кешеләргә асыҡтан-асыҡ «рәхмәт» белдереү, уларҙың эшен таныу мөмкинлеге, – тип билдәләне Юлия Косарева. – Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылында был айырыуса көнүҙәк».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы проектты «Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары» йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән бергә тормошҡа ашыра.
Беҙ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле яҡташтарыбыҙ тураһында тарихтарҙы «Бәхет ул — бергә» билдәһе менән inf@bashinform.ru электрон почтаһында көтәбеҙ. Улар хаҡында мәҡәләләр «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә баҫыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.