15:26 (UTC+5), 03 Июля 2024

Башҡортостан Башлығы йәш юристарға республикала бизнесҡа ярҙам саралары тураһында һөйләне

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов

Бөгөн, 3 июлдә, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Радий Хәбиров икенсе Республика йәштәр ҡануниәт форумында ҡатнашыусылар менән осрашты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Башҡортостан Башлығынан республикала эшҡыуарлыҡҡа һәм бизнесҡа ниндәй ярҙам саралары күрһәтелеүе хаҡында һоранылар. 

«Эшҡыуарлыҡтың үҫеш динамикаһы тураһында бер нисә күрһәткес буйынса фекер йөрөтөргә мөмкин. Үҙмәшғүлдәрҙең, бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарының үҫеше, хеҙмәткәрҙәр һаны һәм финанс күрһәткестәре. Ошо йүнәлештәр буйынса Башҡортостанда ыңғай тенденция күҙәтелә. Темптар арта, ләкин төбәктең ҡеүәтен иҫәпкә алғанда, беҙ теләгәнсә түгел әле. Республикала инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү программаһын ҡабул иттек, ул инвестициялар менән бәйле процестарҙы күпкә еңеләйтте. Хәҙер инвесторҙарға сауҙалашмайынса үҙ проекттары өсөн ер участкаларын алыу еңелерәк. Ҡайһы берҙә шуның өсөн тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетәм, ләкин  мин ергә хужаларса ҡараш булырға тейеш тип иҫәпләйем», - тине Радий Хәбиров.

Эшҡыуарҙар һәм власть араһында конструктив диалог булдырыуҙа бизнес-шерифтар институты ла роль уйнаны, тигән фекерҙә республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-03/glava-bashkirii-rasskazal-molodym-yuristam-o-merah-podderzhki-biznesa-v-regione-3833408

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика