Бөгөн «Патриот» хәрби-патриотик паркында республиканың 13 районы ауыл биләмәләре башлыҡтарының семинары барышында Радий Хәбиров уларҙан халыҡҡа телефон аша мутлашыусылар тураһында мәғлүмәт еткереүҙәрен һораны. Уның һүҙҙәренсә, уҙған аҙнала ғына Башҡортостан халҡы мутлашыусыларға үҙ теләге менән 27 миллион һум аҡса күсергән.
«Аңлауығыҙса, алдау юлы менән аҡса алыу схемаларын махсус хеҙмәттәр әҙерләгән, был аҡса туранан-тура ВСУ-ны финанслауға йүнәлтелә. Халыҡ уларҙың тоҙағына эләкмәһен өсөн аңлатыу эштәрен алып барырға кәрәк, сөнки күптәр фатирҙарын һата, кредитҡа бата һәм һуңынан бер нәмәһеҙ тороп ҡала. Бының ниндәй хәүеф менән янауын аңларға тейешһегеҙ. Кеше ышана, фатирын һата, аҡса ебәрә һәм ыштанһыҙ ҡала. Шунан һуң ошо уҡ кеше уға шылтыратып: «Йә, бер нәмәһеҙ ҡалдыңмы?» - ти. Шунан: «Шартлат йәки яндыр», - ти йәки башҡа күрһәтмәләр бирә. Тимәк, бының тағы ла ауырыраҡ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, енәйәт ҡылыу осраҡтары ла бар. Ошо яуызлыҡҡа ҡаршы бергәләп көрәшергә кәрәк», - тип билдәләне республика етәксеһе.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2023 йылда республикала йәшәүселәр телефон һәм онлайн-мутлашыусыларға яҡынса өс миллиард һум күсергән.
«Быйыл мутлашыу схемаһы буйынса миллиард ярым һум аҡса ебәрелгән. Был аҡса дошман армияһына ярҙам итеү өсөн тотонола. Кешеләр ҙә аҡсаһыҙ ҡала, өмөтһөҙлөккә бирелә. Кемдер фатирын һата, кемдер кредит алырға мәжбүр. Халыҡҡа нисек аңлатырға ла белмәйбеҙ, ләкин аңлатыу эшен алып барыу мөһим. Бөгөн республиканың эске эштәр министры урынбаҫары Евгений Полтавец ауыл биләмәләре башлыҡтары менән аралаша», - тине Радий Хәбиров.
«Вебер» агентлығы тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, рәсәйҙәрҙең 88% мутлашыусылар шылтыратҡан йәки смс-хәбәр ебәргән, ә шуларҙың 10% шул сәбәпле аҡсаһын юғалтҡан.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.