Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.29
-0.21
89.84
-0.3
68.81
-1.32
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2024, 10:28

Башҡортостанда көндәр йәнә эҫетә

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Рәсәй Гидрометеоүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, июлдә республикала уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы көтөлә (+19,2°С). Айлыҡ яуым-төшөмдөң дә нормаға яҡын (50-70 миллиметр) булыр тип күҙаллана.

Дүшәмбе, 1 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, күк күкрәүе ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы +22, +27°.

Шишәмбе, 2 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +12, +17°, көндөҙ иһә +23, +28°.

Шаршамбы, 3 июлдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, көндөҙ көслө. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көндөҙ +26, +31°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-01/v-bashkiriyu-vnov-vozvraschaetsya-zharkaya-pogoda-3829821

Автор:Ксения Калинина
Читайте нас: