
6 июлдә Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген тантаналы асыу тантанаһы була. Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Музейҙың визит-үҙәгендә артефакттар экспозицияһы, лекциялар залы, депозитарий, кафе һәм ҡарау-күҙәтеү майҙансығы була. Шулай уҡ унда тарихи ҡомартҡы – Ғосман Ҡөрьәненең күсермәһен һәм XVIII быуат Рәсәй атласының (Башҡортостан картаһы төшөрөлгән бит тә бар) күрергә мөмкин.
Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев һүҙҙәренсә, сараны асыу барышында ғилми һәм мәҙәни программа ҡаралған, бик күп ҡунаҡтар көтөлә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, визит-үҙәк асылған көндә «Көс урыны» фильмының премьераһы була.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.