Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+14 °С
09:39 (UTC+5), 28 Июня 2024

«Бәхет ул — бергә»: Башинформ һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр тураһында социаль проект башлай

Әлфиә Әһлиуллина

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы «Бәхет ул — бергә» тигән үҙенсәлекле медиапроектын башлай. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнһә лә, тыуған төйәге өсөн изге ғәмәлдәр ҡылған  уңышлы кешеләр менән таныштырыу — мәғлүмәт агентлығы менән «Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары» йәмғиәтенең уртаҡ идеяһы.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Дилә Сәғитова һүҙҙәренсә, «Бәхет ул — бергә» — изгелек һәм кешелеклелек тураһында проект.

«Был проект — мөхәббәт, тормош, бәхет, изгелек, ҡаты сирҙең үҙ-үҙеңә бикләнергә сәбәп түгеллеге хаҡында. Һәр кем тулы ҡанлы тормош йәшәргә мөмкин һәм тейеш тә, тип билдәләне ул. Әгәр ҙә тирә-йүндәгеләргә изгелек нурҙары сәсеү Маҡсаты һәм Теләге бар икән, был мөмкин. Проект сиктәрендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында һөйләрбеҙ. Улар, үҙ мөмкинлегенә ҡарап, изге эштәр башҡара, тыуған яғын үҫтереү эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ҡайһы бер геройҙарыбыҙ картиналар төшөрә, кемдер яугирҙәребеҙ өсөн маскировка селтәрҙәре тегә, кемдер шишмәләрҙе төҙөкләндерә. Проекттың исеме лә «Бәхет ул — бергә» тип атала, был барыһын да берләшергә саҡырабыҙ тигән һүҙ. Күмәкләп изге ғәмәлдәр ҡылыу— бәхет бит ул», — ти Дилә Сәғитова.

Валерий ШаховВалерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Проекттың ампбассадоры булып Өфөнән Гөлнара Нафиҡова сығыш яһаны. Уның тормош юлы һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге күптәрҙә һоҡланыу уята. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә эшләү һәм уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеген биреүгә бағышлаған ул үҙ ғүмерен.

Бөгөн мәғлүмәт агентлығы сайтында «Бәхет ул — бергә» тигән махсус бүлек асылды, унда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең һәм уларҙың ғаиләләренең тарихы менән танышырға мөмкин. Башҡортостанда Радий Хәбиров указы менән иғлан ителгән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә хәстәрлек күрһәтеү йылында «Башинформ» төрлө сәбәптәр менән һаулығын юғалтһа ла, йәшәү дәртен юғалтмаған ысын геройҙар хаҡында һөйләй. Ысын бәхет — туғандарыңа, яҡындарыңа, йәмғиәткә кәрәкле булыу. Улар быны яҡшы аңлай.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-28/schastie-eto-vmeste-bashinform-zapuskaet-sotsialnyy-proekt-o-lyudyah-s-ovz-3825844

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика