06:06 (UTC+5), 27 Июня 2024

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла «Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизовтың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән яҡташы менән осрашты. Ул былтыр көҙ контракт төҙөгән. Хәҙер фронтта эвакуация төркөмөндә эшләй.

«Муза» менән осраштым. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙҙың позывнойы шундай. Әле ул ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Ҡарап тороуға баҫалҡы, нәфис ҡатын-ҡыҙ, ләкин аралашҡан ваҡытта уның ниндәй көслө рухлы икәнен аңлайһың», - тип яҙа Рөстәм Ғәзизов үҙенең телеграм-каналында.

Рөстәм Ғәзизов һүҙҙәренсә, «Муза» ярты йыл хәрби комиссариат юлын тапаған, үҙен алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һораған. Хәрби бурысын үтәгән өсөн «Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалын алған.

Бынан алдараҡ Рөстәм Ғәзизов УАЗ автомобилдәре, мотоциклдар, хәрби тәғәйенләнештәге махсус ҡорамалдар, маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш материалдары, инструменттар, запчастар һәм яугирҙәр өсөн кәрәк-яраҡтар тейәлгән гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтты.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-06-26/zhitelnitsa-bashkirii-poluchila-na-svo-medal-za-spasenie-pogibavshih-3824950

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика