07:49 (UTC+5), 27 Июня 2024

Башҡортостан депутаттары тынлыҡ тураһында законға төҙәтмәләр ҡабул итте

Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары «Граждандарҙың тыныслығын һәм тынлыҡты тәьмин итеү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул итте. Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, законда спорт һәм башҡа уйындар үткәреүгә бәйле төндә граждандарҙың тыныслығын боҙоуға ҡағылышлы айырым положениелар хаҡында һүҙ бара. 

«Ғәмәлдәге ҡануниәттә төндә торлаҡ зоналарында уйындар уҙғарғанда шаулау тыйыла. Төндә һыҙғырырға, ҡысҡырырға, тауышты көсәйткестәр ҡулланырға ярамай. Торлаҡ төҙөлөшө биләмәһендә шаулы уйындар закон йоғонтоһона эләкмәне, ғәмәлдә иһә уйынсылар тынлыҡты боҙоп, кешеләргә ял итергә ҡамасаулай. Яңы закон ошо етешһеҙлекте бөтөрә һәм төндә ошондай уйындар уҙғарыуҙы тыя», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Был дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органдары ҡарары йәки ризалығы менән ойошторолған сараларға ҡағылмай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Граждандар тыныслығын һәм тынлыҡты тәьмин итеү тураһында» законға ярашлы төнгө ваҡыт тип эш көндәрендә — киске 11-ҙән иртәнге 7-гә, ял һәм байрам көндәрендә иһә киске 11-ҙән иртәнге 9-ға тиклемге осор һанала.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-27/deputaty-bashkirii-prinyali-popravki-v-zakon-o-tishine-3825127

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика