Рәсәйҙә никахты тарҡатыу өсөн пошлинаны һигеҙ тапҡырға тиерлек, 5 мең һумға тиклем арттырыуҙары ихтимал. Бындай тәҡдим менән финанс министрлығы сығыш яһаны, тип хәбәр итте РБК 20 июндә Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән һалым тураһында закон проектына төҙәтмәләр тексына һылтанма менән.
Баҫма яҙыуынса, айырылышыу өсөн пошлинаны 650 һумдан 5 мең һумға тиклем күтәрергә тәҡдим ителә. Үҙгәрештәр 18 йәшкә тиклемге уртаҡ балалары булмаған ир менән ҡатын үҙ теләге менән айырылышҡан йәки процесс суд тәртибендә барған осраҡтарға ҡағыла.
Яңылыҡтар 2025 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инер тип көтөлә.
Шулай уҡ исем алмаштырыуҙы рәсми теркәү, шул иҫәптән тейешле таныҡлыҡ алыу өсөн пошлинаның 1,6 мең һумдан 5 мең һумғаса артыуы ихтимал.
Аттестат, таныҡлыҡ йәки квалификация кимәлен раҫлаған башҡа документ, йә иһә юғалтҡан осраҡта уның дубликаты өсөн пошлина күләмен дә 1,3 мең һумдан 2 мең һумға тиклем күтәрергә тәҡдим ителә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.