

ВДНХ-ла «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙансығында «Спорт геройҙары — Ил геройҙары» спорт агитбригадалары фестивале бара. Башҡортостандан был сарала Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се гимназияһы командаһы сығыш яһай, тип хәбәр итте социаль селтәрҙә Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.
Уның һүҙҙәренсә, 25 июндә Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярёв йәш спортсылар менән осрашҡан. Осрашыуҙа 4-се гимназияның 7-се класс уҡыусыһы Вадим Никитин да ҡатнашҡан.
«Беҙҙең осрашыуҙа илдең төрлө төбәктәренән: Төмән, Волгоград, Түбәнге Новгород, Киров, Воронеж, Ленинград өлкәләренән, Ҡырым, Марий Эл, Башҡортостан республикаларынан, Луганск Халыҡ Республикаһынан, Ямал-Ненец автономиялы округынан вәкилдәр бар. Һәр берегеҙ спортта уңышҡа өлгәшкән, бер үк ваҡытта әүҙем йәмәғәт тормошон алып бара: фронтҡа ярҙам итә, зарядка һәм спорт дәрестәре үткәрә. Рәсәй спортсыһы тап шундай булырға, башҡаларға яҡшы өлгө күрһәтергә тейеш, шуның өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм!», – тине Рәсәйҙең спорт министры.
Осрашыуҙа балалар министрға махсус хәрби операция яугирҙәренә гуманитар ярҙам йыйыуы, фронтҡа хат яҙыуы тураһында һөйләне.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.