11:50 (UTC+5), 25 Июнь 2024

Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия юллау ябайлаша

Әлфиә Әһлиуллина

Хөкүмәт торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия биреү тәртибен ябайлаштырҙы. Хәҙер ошондай субсидия алыу өсөн граждандарға дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинет аша электрон ғариза ғына бирергә кәрәк. Документтарҙың төп өлөшөн дәүләт органдары ведомство-ара электрон үҙ-ара эш итеү системаһы аша һоратып алырға тейеш, тип хәбәр итә Рәсәй Министрҙар Кабинетының матбуғат хеҙмәте.

Шулай уҡ граждандар ошо ярҙам сараһын тәғәйенләүҙе һорап социаль яҡлау органдарына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ай һайын килеменең билдәле бер өлөшөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сарыф иткән граждандар субсидия алыу хоҡуғына эйә. Һәр төбәк был норманы үҙе билдәләй.

Хәбәр иткәнебеҙсә, 1 июлдән льготаһы булғандар коммуналь хеҙмәттәр өсөн комиссияһыҙ түләй ала.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-25/oformit-subsidiyu-na-oplatu-komuslug-stanet-prosche-3821684

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика