15:35 (UTC+5), 21 Июня 2024

Радий Хәбиров мәктәпкәсә учреждениеларҙың йәш педагогтарына Башҡортостан Башлығы гранттарын тапшырҙы

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн, 21 июндә, Өфөлә Радий Хәбиров мәктәпкәсә учреждениеларҙың йәш педагогтарына Башҡортостан Башлығы гранттарын тапшырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе уҙған йылдың авгусында 35 йәшкә тиклемге йәш тәрбиәселәргә, педагог-психологтарға, уҡытыусы-логопедтарға, уҡытыусы-дефектологтарға, музыкаль етәкселәргә, физик культура буйынса инструкторҙарға гранттар булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйғайны. Уларҙың күләме 500 мең һум тәшкил итә.

«Һеҙ ғүмерегеҙҙе йәмғиәт, ил өсөн мөһим эшкә – кескәйҙәр хаҡында хәстәрлек күреүгә бағышлағанһығыҙ. Һеҙ баланың шәхесен формалаштыраһығыҙ. Ошо конкурста еңеү йәнә һеҙҙең үҙ һөнәрегеҙҙең оҫтаһы һәм һайлаған эшегеҙгә тоғро булыуығыҙҙы раҫланы. Һуңғы йылдарҙа республиканың мәктәпкәсә белем биреү системаһы әүҙем үҫешә. Беҙ йыл һайын уртаса алғанда 10 яңы балалар баҡсаһы төҙөйбөҙ һәм асабыҙ. Был бик яҡшы күрһәткес. Уларҙы заманса ҡорамалдар һәм технологиялар менән йыһазландырыуҙа ярҙам итәбеҙ. Илдә Рәсәй Президенты тәҡдим иткән балалар баҡсаларын капиталь ремонтлау программаһының башланыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Әле Башҡортостан заявка документтарын әҙерләй, программа мәктәпкәсә учреждениеларыбыҙҙы яңыртырға ярҙам итергә тейеш», - тине Радий Хәбиров.

Республикала дәүләткә ҡарамаған балалар баҡсалары селтәре әүҙем үҫешә, улар муниципаль баҡсаларҙан бер ҙә ҡалышмай, тип билдәләне республика етәксеһе. «Демография» милли проекты сиктәрендә 2020 йылдан уларҙа 1 200-ҙән ашыу өҫтәмә урын булдырылған, ә йыл аҙағына тиклем тағы 360 урын барлыҡҡа килер тип көтөлә. Республикала «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына киләһе йылдан муниципаль ғына түгел, шәхси балалар баҡсалары өсөн гранттар конкурсын әҙерләргә ҡушты.

Конкурсҡа 8 ҡаланан һәм 34 райондан 151 ғариза килгән. Конкурс йомғаҡтары буйынса 50 еңеүсе билдәләнде, шуларҙың 28-е – тәрбиәсе, дүртәүһе – өлкән тәрбиәсе, дүртәүһе – физик культура буйынса инструктор, 6-һы – музыкаль етәксе, өсәүһе – педагог-психолог, бишәүһе – уҡытыусы-логопед.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-21/radiy-habirov-vruchil-granty-glavy-rb-molodym-pedagogam-doshkolnyh-uchrezhdeniy-3817519

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика