

Өфөлә Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина 83-сө йәшендә донъя ҡуйған. Мәғариф министрлығында был мәғлүмәтте раҫланылар.
Лиза Ҡыям ҡыҙы маҡтаулы исемдәре: Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2008), Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2004). Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң Салауат районының Малаяҙ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Төрлө йылдарҙа Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбе директоры урынбаҫары, Ҡыйғы мәғариф бүлегенең методик кабинет мөдире, Өфө ҡалаһының 27-се урта мәктәбендә мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире, уҡытыусы вазифаларын башҡара. 1996 йылдан хаҡлы ялға тиклем баш ҡаланың 42-се лицейында химиянан уҡыта. 2016 йылда Владимир Путин үҙенең указы менән уға «Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирҙе.
«Башинформ» Лиза Ҡыям ҡыҙының ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.