

Өфөнөң Киров районында йәшәгән Тәнзилә Карюкова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов хәбәр итте.
Тәнзилә Мөхәмәтйән ҡыҙының бала сағы һәм йәшлеге илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорға тура килгән. Әммә, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, һынмайынса, ул тормошта үҙ юлын тапҡан. Тәнзилә Мөхәмәтйән ҡыҙы оҙаҡ йылдар һаҡлыҡ кассаһында эшләгән. Был өлкәлә яуаплылыҡ, ғәҙеллек һәм намыҫлылыҡ кеүек сифаттар кәрәк, шуның өсөн дә тирә-йүндәгеләр уны ихтирам иткән.
«100 йәшлек юбилейҙы ныҡ, тормошто яратҡан, аҡыллы һәм изге күңелле кешеләр генә билдәләй алалыр, — тип яҙа ул. — Хөрмәтле Тәнзилә Мөхәмәтйән ҡыҙы! Күҙҙәрегеҙҙәге яҡты осҡон һүнмәһен. Һеҙгә һаулыҡ һәм көс-дәрт теләйбеҙ, туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың һөйөүенә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға сорналып йәшәгеҙ. Йөҙ йәшлек юбилейығыҙ менән!»
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.