07:12 (UTC+5), 20 Июнь 2024

Башҡортостандың Күсмә цивилизациялар музейы иң яҡшы инновацион проект тип танылды

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейы проекты авторҙары — «Архтамға» бюроһы архитекторҙары «Тарихи-мәҙәни туризм өлкәһендә иң яҡшы инновацион проект» номинацияһында алтын награда яуланы. Уларҙың еңеүе тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә.

«Әлегә Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейын ойоштороу буйынса тәүге аҙымдар яһайбыҙ. Уның проекты иң абруйлы конкурстарҙың береһендә — «Архитекура мираҫы» Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеүсе булды», - тип яҙа Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе музей коллективына рәхмәт әйтте һәм визит-үҙәген быйыл 6 июлдә асырға йыйыныуҙарын хәтергә төшөрҙө.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәгендә башҡорттар таралып ултырған территория күрһәтелгән боронғо донъя картаһы менән таныштыралар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-19/muzey-kochevyh-tsivilizatsiy-bashkirii-priznan-luchshim-innovatsionnym-proektom-3815293

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика