
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары психологик ярҙам алырға мөмкин. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса төбәктә махсус реабилитация программаһы ғәмәлгә ашырыла, тип яҙа Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
«Махсус хәрби операция барышында яугирҙәребеҙгә етди һынауҙар төштө. Уларҙың барыһы ла кадрлы хәрби түгел. Кисәге төҙөүселәргә, уҡытыусыларға, табиптарға һәм башҡа һөнәр вәкилдәренә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы фекерләү форматына күсергә тура килде, — тип билдәләне Максим Забелин. — Яугирҙәребеҙ көслө рухлы, әммә уларға ла ярҙам кәрәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына ла психологик ярҙам талап ителеүе ихтимал».
Әлеге ваҡытта республикала көслө психотерапия базаһы булдырылған, унда юғары квалификациялы белгестәр эшләй. Республика клиник психотерапия үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан алып 400-гә яҡын кеше реабилитация үткән.
Консультацияны үҙәктә лә, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика филиалы базаһында ла алырға мөмкин. Үҙәктең телефоны: 8 (347) 285-77-07. Психотерапевҡа кеҫә телфонынан 122 номерына шылтыратып йәки Дәүләт хеҙмәттәре сайтындағы шәхси кабинетта яҙылырға була.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.