Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2024, 17:19

1 июлдән Өфөлә электр транспортында юл хаҡы арта

Өфө хакимиәте
Фото: Өфө хакимиәте

Өфөнөң «Транспорт инфраструктураһы идаралығы» предприятиеһы 1 июлдән электр транспортында юл хаҡының үҙгәреүе тураһында хәбәр итте. Пластик карта, берҙәм транспорт картаһы менән, транспорт ҡушымтаһы ярҙамында түләгәндә 31 һум була. Банк картаһы һәм ҡулаҡса менән иһә 35 һум.

Мәктәп уҡыусылары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн 18 һум була. Багаж өсөн 22 һум түләргә кәрәк.

Әйткәндәй, 3 июндән Башҡортостанда автобустарҙа юл хаҡы ҡиммәтләнде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-20/v-ufe-s-1-iyulya-izmenitsya-stoimost-proezda-v-elektrotransporte-3816377

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас