11:26 (UTC+5), 19 Июня 2024

Башҡортостандың һәм Рәсәй төбәктәренең халыҡ табиптары «Ер көсө» фестиваленә йыйыла

Фото: социаль селтәрҙәр
Ләйлә Аралбаева

«Ер ҡото — Ер көсө» халыҡ табиптарының республика этномәҙәни фольклор фестивале быйыл 22 июндә Ғафури районының гүзәл мөйөшөндә — Уҡлыҡая янында ойошторола.

— Фестивалде баштан уҡ халыҡтарҙың этномәҙәни йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм уларҙың абруйын арттырыу, халыҡтың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен күтәреү өсөн ойошторҙоҡ. Хәҙер уның тематикаһы киңерәк. Икенсе йыл инде махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, яугирҙәрҙең әсәләренә һәм хәләл ефеттәренә ярҙам өҫтөнлөклө бурысыбыҙ булып тора. Бай программа әҙерләнек. Һәр кем үҙенең күңеленә ятҡан шөғөл табыр, Башҡортостан халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары менән танышыр тип ышанам, — тине сараны ойоштороусыларҙың береһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.

Былтыр сараға 100-ҙән ашыу халыҡ табибы килде. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың географияһы йылдан-йыл киңәйә, быйыл башҡа төбәктәрҙән дә имселәрҙе көтәләр. Фестивалдә махсус сертификаты һәм эшмәкәрлек алып барырға рөхсәте булған халыҡ табиптары ғына индерелә, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар.

Фестивалдә оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар үткәрелә. Темалары —дауалау процедуралары, психологик техника, ғаилә мөнәсәбәттәрен яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар энергияһын әүҙемләштереү. Һөнәрҙәр йәрминкәһе, биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре,  шифалы ризыҡтар һәм эсемлектәр, дарыу үләндәре күргәҙмә-йәрминкәһе була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-19/narodnye-tseliteli-bashkirii-i-regionov-rossii-soberutsya-na-festival-sila-zemli-3814801

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика