

Донецк Халыҡ Республикаһында Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәре төҙөгән яңы мәсет асылды. Мәсет Донецк Халыҡ Республикаһының азат ителгән ауылдарының береһендә урынлашҡан.
Яҡташтарыбыҙ мосолмандарҙың иман йортона армия йондоҙҙары хөрмәтенә «Йондоҙ-рахман» исемен биргән. Мәсет хәрбиҙәр үҙҙәре йыйған аҡсаға һалынған. Төҙөлөш эштәре хеҙмәттән буш ваҡытта алып барылған.
Мәсет асылған көндә яугирҙәр намаҙ уҡыған һәм байрамса төшкө аш ойошторған. Бында тәүгеләрҙән булып заданиенан ҡайтҡан «юлаевсылар», Ростов өлкәһе мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәре һәм Донецк Халыҡ Республикаһының муниципаль берәмеге етәкселәре килгән.
Мәсет Башҡортостандан килтерелгән ағастан һалынған. Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән килешеү буйынса республикабыҙҙан ҡарағай бүрәнәләре, таҡталар һәм бурсалар ебәрелде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.