

16 июндә, республикала Салауат Юлаевтың 270 йыллығы билдәләнгән көндә, милли батырыбыҙҙың тыуған яғында – Салауат районының Тәкәй ауылы урынында «Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы асылды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Парктың дөйөм майҙаны – 4,5 гектар, төҙөлөштөң хаҡы – 128,5 миллион һум. Был архитектураһы, күләме һәм дизайны буйынса үҙенсәлекле булған тарихи парк.
Концепцияны әҙерләгәндә урындағы тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу мотлаҡ шарт булып торған. Йыл һайын ошо гүзәл тәбиғәт мөйөшөнә 17 меңдән ашыу турист килә. Республиканың Туризм министрлығы хәбәр итеүенсә, парк асылғас, уларҙың һаны бер нисә тапҡырға артыр тип көтөлә.
«Кешеләрҙе ниндәйҙер тарихи ваҡиғалар һәм, әлбиттә, тәбиғәт йәлеп итә. Бында икеһе лә бар. Был ерҙә элек Салауат Юлаевтың тыуып үҫкән һәм бала саҡ, үҫмер йылдары үткән ауыл булған. Бының тарихи урын, Салауат Юлаевтың Башҡортостан өсөн ни тиклем мөһим икәнен барыһы ла белә. Бында беҙ уның ижадын күрһәтәбеҙ. Ул яугир генә түгел, ижади кеше лә булған. Уның шиғырҙары тәрән мәғәнәле һәм аҡыллы. Икенсенән, күркәм тәбиғәт. Беҙ туристарҙы төньяҡ-көнсығышҡа, Салауат районына саҡырабыҙ. Бында йылға буйлап ағырға мөмкин, һоҡланғыс тәбиғәт, өс йылға бар. Был урын һәр кемдең күңеленә хуш килер тип уйлайым. Бөгөн беҙ республикала яңы туристар өсөн яңы нөктә астыҡ, ғөмүмән, миңә бик оҡшаны, ләкин башҡараһы эштәр байтаҡ, ләкин әле үк туристар килеп ҡарарға мөмкин», - тине Радий Хәбиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисының һорауына яуап биреп.
Проект Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» әҫәренә нигеҙләнеп әҙерләнгән.
«Салауат вариҫтары сигенә белмәй. Ошо тәҡдимдә халҡыбыҙҙың ғорур белдереүҙәре яңғырай. Салауат районында, милли геройыбыҙҙың тыуыуына 270 йыл тулған көндә, үҙенсәлекле музей комплексы асылды. Барыһын да ошо уникаль музей һәм тәбиғәт комплексы менән танышырға саҡырам», - тине республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров геопарктарҙы үҫтереү буйынса киң мәғлүмәт кампанияһын ойошторорға, «Салауат ере» комплексын «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһына индерергә ҡушты.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.