Башҡортостанда балаларҙы йәйге һауыҡтырыу ойошмаларына 079/у белешмәһенең яңыртылған формаһы буйынса ҡабул итәләр. Документ Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо буйынса яңыртылды, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә
«Белешмәлә баланың оҙатып йөрөүсегә мохтаж булыуы, даими рәүештә дарыуҙар ҡабул итеүе, махсус туҡланыу, уңайлы мөхит булдырыу хаҡында өҫтәмә мәғлүмәт бар», - тип асыҡлыҡ индерҙе министр.
Лагерға инер алдынан балаларҙы беркетелгән урыны буйынса табип-педиатр ҡарай, тип иҫкә төшөрҙө ул. 079/у белешмәһе һауыҡтырыу ойошмаһына килергә өс көн ҡалғас бирелергә тейеш.
Быйыл йәй балаларҙың сәләмәтлеген бөтәһе 133 табип һәм фельдшер, шулай уҡ 317 шәфҡәт туташы күҙәтә.