Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.77
-0.34
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2024, 13:01

Башҡортостан Рәсәйҙең ун «сырлы» төбәге иҫәбенә инде

Tvil  туристик сервисы 18 июнгә — Сыр ҡайнатыусылар көнөнә Рәсәйҙең иң тәмле сыр етештереүсе төбәктәре рейтингын төҙөгән.

Башҡортостан 6-сы урынды биләй, ҡатнашыусыларҙың 7% республикабыҙ сырҙары өсөн тауыш биргән. Бында күптәрҙең һөйөүен яулаған ҡаты һәм ярым ҡаты сырҙар етештерелә, тип билдәләнә тикшеренеүҙә.

Башҡортостан Төньяҡ Осетия һәм Углич сырҙарын уҙып киткән («Пошехонский» һәм «Российский»). Рейтингта Кострома һәм Адыгей сырҙары алдынғылыҡты бирмәй.

Башҡортостанда сыр етештереү яңы кимәлгә сыға. Бәләбәй һөт комбинаты менән бер рәттән республикала шәхси производство әүҙем үҫешә. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, июнь аҙағында республикала «Адыгей» сырын иң оҫта етештереүсене һайлайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-18/bashkirii-voshla-v-top-10-syrnyh-regionov-rossii-3812857

Автор:Элина Әхмәтова
Читайте нас: