05:26 (UTC+5), 18 Июня 2024

Башҡортостан Башлығы Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерләнеү һәм уны билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Фото: Ксения Калинина
Альмира Давлетбаева

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерләнеү һәм уны билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Указдан күренеүенсә, Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлек буйынса республика ойоштороу комитеты булдырыла һәм уның составы раҫлана. Ойоштороу комитеты Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес алыштарына һәм башҡа мөһим ваҡиғаларына арналған тантаналы сараларҙы ла иҫәпкә алып, саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға тейеш.

Ошо документтың үтәлешенә контроль Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә йөкмәтелде. Указ үҙ көсөнә инде.

Бынан алдараҡ Рәсәй президенты 2025 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларға әҙерләнеү һәм уны үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-18/glava-bashkirii-podpisal-ukaz-o-podgotovke-i-prazdnovanii-80-letiya-pobedy-3812535

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика