14 июндә «Медиайыйын»дың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иң яҡшы матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградалары тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында хеҙмәттәшебеҙ – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Ольга Мортазина ла бар. Ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Шулай уҡ бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалының баш режиссеры Ярослава Феоктистова, ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар редакцияһы етәксеһе Фәйрүзә Фәтхуллина, республикала билдәле журналист Светлана Вәлиева, «Стерлитамакский рабочий» гәзите редакцияһы фотохәбәрсеһе Сергей Красков, Башҡортостан юлдаш телеканалының мәғлүмәт тапшырыуҙары мөхәррире Рәйлә Күсемханова, «Вся Уфа » телеканалы режиссеры Альбина Романова, «Әллүки» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Юлиә Төхвәтуллина, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөхәррире Гөлназ Фазлиәхмәтова, «Йәшлек» гәзите редакцияһының бүлек мөдире Зөһрә Йәһүҙина, «Башҡортостан» гәзите редакцияһының мәғариф бүлеге мөдире Гөлдәр Яҡшығолова мәртәбәле исем менән бүләкләнде.
Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалының яңылыҡтар хеҙмәте етәксеһе Роза Хәбибуллинаға, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы монтажсыһы Зарема Хисмәтуллинаға, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баш белгес-эксперты Зәлиә Сәхипгәрәеваға, Шишмә мәғлүмәт үҙәге тәржемәсеһе Люциә Үлямаеваға Башҡортостандың Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.