13:40 (UTC+5), 14 Июня 2024

Башҡортостан Башлығы республиканың киң мәғлүмәт сараларына һәм журналистарына ярҙам саралары хаҡында һөйләне

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 14 июндә «Медиайыйын»дың пленар ултырышында республиканың киң мәғлүмәт сараларына һәм журналистарына ярҙам саралары хаҡында һөйләне. 2025 йылда Матбуғат йортон капиталь ремонтлау эшен башлау планлаштырыла, тип белдерҙе ул. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһына ярҙам һәм мәғлүмәт майҙансығын йыһазландырыу өсөн республика 70 миллион һум аҡса бүлде.

«Хеҙмәт хаҡын арттырыу тураһында мәсьәләләр даими рәүештә күтәрелә килде. Был һорауҙар, талаптар ғәҙел ине. 2022 йылдан бюджеттан түләүгә өҫтәмә рәүештә 75 миллион һум бүләбеҙ. 2023 йылдың июненән Нәшриәт йорто хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу өсөн йылына йәнә 115 миллион һум й-нәлтелде. Был беҙгә хеҙмәт хаҡын бер аҙ күтәрергә мөмкинлек бирҙе. Беҙ шулай уҡ грант ярҙамы күрһәтергә тип һөйләшеп килештек. Ул бар. Бюджетҡа 50 миллион һум һалынған. Журналистиканы үҫтереү өсөн гранттарға. Һеҙ был гранттар менән файҙаланырға өйрәндегеҙ инде. Уларҙа ҡатнашырға кәрәк, беҙ гранттар суммаһын даими арттырырбыҙ», - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда журналистика өлкәһендә «Тоғролоҡ. Яуаплылыҡ. Батырлыҡ» тигән яңы премия булдырылды. 1 октябрҙә конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү башлана, еңеүселәр декабрҙә билдәле була. Йыл һайын 20 еңеүсе билдәләнә. Премияның суммаһы – 300 мең һум.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-14/glava-bashkirii-rasskazal-o-merah-podderzhki-smi-i-zhurnalistov-regiona-3809506

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика