16:23 (UTC+5), 14 Июнь 2024

Азат Бадранов Рәсәй Журналистар союзының почет билдәһе менән бүләкләнде

Фото: Валерий Шахов
Ләйлә Аралбаева, Анастасия Другова

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Рәсәй Журналистар союзының «Профессиональ берләшмә алдындағы хеҙмәттәре өсөн» почет билдәһе менән бүләкләнде. Награданы уға Рәсәйҙең Журналистар союзы секретары Вячеслав Умановский Өфөлә журналистарҙың «Медиайыйын»ында тапшырҙы.

Почет билдәһен тапшырған ваҡытта Вячеслав Умановский бөгөн уға Башҡортостан журналистикаһының иң яҡшы вәкилдәрен бүләкләү мөмкинлеге бирелеүен билдәләне.

«Һуңғы ике йылда Башҡортостандан 34 журналист махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы. Барыһы ла хәүефле командировканан тулы составта, иң мөһиме, иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Бында ошо сәфәрҙәрҙе ойошторған Азат Бадрановтың хеҙмәте ҙур», — тине ул, бүләкләү тантанаһын асып.

«Республиканың журналистар берләшмәһе менән тығыҙ һәм һөҙөмтәле эш алып барыуға өлгәшеүебеҙгә шатмын, — тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Азат Бадранов Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә. —  Сығышымда әйтеп үткәнемсә, күп йәһәттән беҙ лидер: беҙ тәүгеләрҙән булып хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе ташыу өсөн автобустар, медицина ярҙамы, республиканың Журналистар союзы һәм Яҙыусылар союзының махсус хәрби операция зонаһына сәфәрен ойошторҙоҡ. Минеңсә, иң беренсе булып беҙҙә заманса профессиональ хәрби проза барлыҡҡа килде. Бының менән ғорурланырға мөмкин тип иҫәпләйем. Һис шикһеҙ, был журналистарҙың ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығынан тыш мөмкин булмаҫ ине».

Әлеге ваҡытта Башҡортостан журналистары махсус хәрби операцияны яҡтыртыуҙан тыш, яу яланында хәрби бурыстарын үтәй, тип өҫтәне ул.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-06-14/azat-badranov-nagrazhden-pochetnym-znakom-soyuza-zhurnalistov-rossii-3809832

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика