
12 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскәләр һалды. Бында ул 1974 йылда һалынған «Ваҡыт капсулаһы»н асыу тантанаһында ҡатнашты. Ваҡыт капсулаһы - ул үткән быуындан киләсәк быуынға мөрәжәғәт.
Капсула идеяһын комсомолдың ҡала комитеты секретары Валерий Ижорский тәҡдим иткән. Замандаштары хәтерләүенсә, капсула ярты метр оҙонлоҡтағы төргәкте хәтерләтә. Уны Башҡортостанда ҡойолған суйын корпусҡа һалып ҡуйғандар. Һалыу тантанаһында ВЛКСМ ағзалары, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, шулай уҡ йәштәр, атап әйткәндә, моторҙар эшләү заводы эшсеһе Заһит Сәлмәнов, студент-медик Владимир Гончаров, һөнәри техник училище уҡыусыһы Фәнүз Насретдинов, 100-сө мәктәптең уң флангыһы отряды пионеры Лариса Мартемьянова ҡатнашҡан. Хатта 1970 йылдарҙағы комсомолдар үҙҙәренең ҡаҙаныштары хаҡында яҙған һәм алыҫ тиҫтерҙәренә совет кешеһе исемен ҡәҙерләргә, яратҡан Ватаныбыҙҙың данын һәм байлығын арттырырға васыят әйтеп ҡалдырған.
Сараға шулай уҡ капсуланы һаҡлау өсөн суйын плита әҙерләү өсөн яуаплы булған 79 йәшлек Наил Таһир улы Бәхтизин, ваҡыт капсулаһын һалыу тантанаһында ҡатнашҡан 73 йәшлек Фәнүз Баязит улы Насретдинов һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһе эшсеһе Заһит Сәлмәновтың һеңлеһе Флиза Сәлмәнова саҡырылғайны.
- Беҙ тарихи ваҡиғала ҡатнашабыҙ. 50 йыл элек, баш ҡалабыҙҙың 400 йыллығын билдәләгән көндә, «Ваҡыт капсулаһы» һалынған. Ата-бабаларыбыҙ васыят иткәнсә, был хатты бөгөн асабыҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Был идеяның авторы һәм капсула һалыуҙа ҡатнашҡандарҙы айырыуса йылылыҡ менән сәләмләйем. Бына улар – ул саҡтағы комсомол етәкселәре һәм активистар, бөгөн иһә хөрмәтле ветерандар Наил Бәхтизин, Фәнүз Насретдинов. Беҙҙең менән бергә ошо тантанала ҡатнашыуығыҙға шатбыҙ.
Радий Хәбиров оло быуындың хеҙмәт ҡаҙаныштарына һәр саҡ ҙур ихтирам менән ҡарауын, йыш ҡына тарихи хроникаға мөрәжәғәт итеүен, ғәйәт ҙур төҙөлөштәргә, совет халҡының еңеүҙәренә, уңыштарына һәм ҡаҙаныштарына һоҡланыуын билдәләне.
Быйыл юбилей йылында өлкән быуындың традицияларына, уларҙың героик үткәненә тоғролоҡ һаҡлауыбыҙ, тыуған республикабыҙҙың артабанғы үҫеше өсөн барыһын да эшләүебеҙ тураһында ғорурлыҡ менән яҙылған яңы ваҡыт капсулаһы һалына, тип белдерҙе республика етәксеһе.
– Билдәләнгән барлыҡ пландарҙы тормошҡа ашырырбыҙ һәм эстафетаны киләсәк быуынға лайыҡлы тапшырырбыҙ, 50 йылдан улар ваҡыт капсулаһын асыр һәм былай тиер: «Беҙ элекке быуындарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларҙың лайыҡлы вариҫтары булырға вәғәҙә итәбеҙ!», - тине Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.