17 июндә «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында мосолмандарҙың изге байрамы уңайынан «Ҡорбан Halal Fest» байрамы үткәрелә. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, программала байрам концерты, көнсығыш йәрминкәһе, балалар анимацияһы, конкурстар, бүләктәр һәм былау һыйлау ҡаралған.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, «Ҡорбан Halal Fest» — үҙ майҙансығында төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән ғаилә байрамы. Был сара халыҡтар араһындағы туғандарса мөнәсәбәттәрҙе нығыта, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе популярлаштыра.
Ойоштороусылар — Өфө хакимиәте булышлығында республиканың Халыҡ-ара ислам бизнесы ассамблеяһы, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, «Ферзь эшлекле клубы» йәмәғәт ойошмаһы, «Сәләм» хәйриә фонды.
Иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Инеү ирекле. 0+