

Башҡортостанда бер юлы ике сығарылыш уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханын 200 балға тапшырҙы. Бөрө лицейының 11-се класс уҡыусыһы Анна Әхмәҙиева, Бөрө ҡалаһының 8-се мәктәбе уҡыусыһы Мөнир Ғилманшин профилле математика һәм химия буйынса имтиханда 100-шәр балл йыйҙы, тип хәбәр итте республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин.
«Бөгөн сығарылыш уҡыусылары ике мотлаҡ фән буйынса үҙ һөҙөмтәләрен белергә мөмкин.
Рус теленән берҙәм дәүләт имтиханын 14 171 сығарылыш уҡыусыһы тапшырҙы, 11 уҡыусы 100 балл йыйҙы, 2 728 кеше 81 һәм унан юғарыраҡ балл алды. Профилле математиканан 7 652 уҡыусы һынау тотто, уларҙың 31-е — 100 балл, 1 324-е 81 һәм унан күберәк балл тупланы», — тип яҙа министр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сығарылыш уҡыусылары имтихан һөҙөмтәләрен мәғлүмәт сервисының шәхси кабинетында йәки уҡыған мәктәбендә белергә мөмкин.
Башҡортостанда география, химия һәм әҙәбиәт буйынса берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләре билдәле. Әлеге ваҡытта республиканың 45 уҡыусыһы — химиянан, дүртәүһе — географиянан, икәүһе әҙәбиәттән 100 балл йыйған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.